Иртәгә ҡалала Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башлана. Ойоштороусылар көн дауамында халыҡҡа йәмәғәт транспортында түләүһеҙ йөрөү мөмкинлеге бирә. Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында экология, сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала. Бынан тыш, ике фестиваль һәм милли костюмдар парады, ҙур концерт ойошторола.




