Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Указы менән бы көн апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла. Байрам республикала йәшәүсе төрлө милләттәр кейемдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән танышыу мөмкинлеге бирә. Ҡайһы берәүҙәр милли кейем боронғолоҡҡа ҡайтыу, артта ҡалыу тигән фекерҙә. Ундай кешеләр ныҡ яңылыша, тигән фекерҙә “Мәргән уҡсы” ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин.
“Уҡсылар ярышта мотлаҡ милли кейемдә булырға тейеш. Бындай кейем хәрәкәттәрҙе сикләмәй, үҙеңде ышаныслы тойорға мөмкинлек бирә”, - ти Юлай Ғәлиуллин.
Бөгөн Милли кейем көнө уңайынан Өфөнөң “Планета” сауҙа үҙәгендә милли кейем дефилеһы үтә. Унда этник кейем һәм биҙәүестәр дизайнеры Иҙел Хәкимов, билдәле модель Эльвира Ишморатованың ҡатнашыуы көтөлә. Бүләктәр уйнатыла. “Мега” сауҙа үҙәгендә милли кейем күргәҙмәһе була.







