Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 59 767 кешегә етте

Уҙған тәүлектә исемлек тағы ла 300 кешегә тулыланған. Сирлеләрҙең 673-ө стационарҙарҙа дауалана, уларҙың 422-һе 60 йәштән өлкәндәр. 62 пациент ауыр хәлдә, уларҙың 14-е ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 4 712 кеше мәкерле вирусҡа ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә.

Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 172 кеше һауығып сыҡҡан, ауыр диагноз 16 кешенең ғүмерен өҙгән. Төбәктә халыҡты коронавирустан вакциналау дауам итә. Прививкалау кампанияһы башланған осорҙан республикаға 1 539 018 доза вакцина килтерелгән.

Беренсе компонентты 1 202 181 кеше яһатҡан, 1 070 611-е вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә республикала тағы ла 14 433 кешегә прививка яһалған.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 59 767 кешегә етте

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ