Фекер алышыу барышында күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрын мәғлүмәт менән тулыландырыуҙа хеҙмәттәшлек мәсьәләләре күтәрелде.
Был эш ерҙәрҙе файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, ер участкаларын алыу өсөн күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе ябайлаштырыу һәм уларҙы электрон форматҡа күсереү өсөн алып барыла.
Петр Клец федераль теркәү хеҙмәтенең республика власть органдары менән ныҡлы хеҙмәттәлек итеүен билдәләне. Күсемһеҙ милек хужаларын асыҡлау, ер участкалары, капиталь төҙөлөш объекттарының милек реестрындағы билдәһеҙ үҙенсәлектәрен аныҡлау берлектә алып барылыған эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре.Волга буйы федераль округында Башҡортостан был йәһәттән алдынғы урындарҙы биләй.
Республикаға әле муниципаль берәмектәр, тораҡ пункттар, биләмәләр һәм ер участкалары сиктәрен күсемһеҙ милек реестрына индерелгән өлөшөн арттырыу бурысы ҡуйыла. Осрашыуҙа шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән ер участкалары тураһында мәғлүмәтте асыҡ кадастр картаһына урынлаштырыу, Росреестр менән республиканың күп функциялы үҙәктәре араһында хеҙмәттәшлек һәм 2022 йылда комплекслы кадастр эштәрен уҙғарыу мөмкинлектәре тураһында ла фекер алышынды.
Рафиҡ Әхмәтшин




