Һәр федераль министрҙың ишеге төбөндә «папкалы башҡорт» көтөп ултырырға тейеш

Радий Хәбиров ҡуйған бурыс республиканан Дәүләт Думаһына һайланасаҡ депутаттарға ла ҡағыла.

«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Халыҡ фронты майҙансығында үҙенең феркерҙәштәре менән осрашты. Бер өҫтәл артына партияның 6 кандидаты йыйылды. Уларҙың исеме киң аудиторияға яҡшы таныш, һәр береһе төрлө өлкәләрҙә үҙҙәрен күрһәтеп өлгөргән.

Фекер алышыу барышында Хәбиров командаһы халыҡты борсоған проблемаларҙы күтәрҙе, шулай уҡ күпселек тауыш йыйған осраҡта республиканы үҫтереү пландары менән уртаҡлашты.

Радий Хәбиров партия ағзаларын федераль кимәлдә Башҡортостан мәнфәғәттәрен әүҙемерәк яҡларға, шул иҫәптән төбәк программаларына финанстар йәлеп итеүгә үҙ өлөштәрен индерергә саҡырҙы.

Фото №1 - Һәр федераль министрҙың ишеге төбөндә «папкалы башҡорт» көтөп ултырырға тейеш

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ