Был турала партия лидеры Геннадий Зюганов төбәк комитеттары менән осрашыуҙа белдерҙе.
Видеоконференция режимында ойошторолған кәңәшмәлә КПРФ ағзалары алдында һайлау көндәре ваҡытында контролде көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Бының өсөн өс тәүлек дауамында участкаларҙығы видеокүҙәтеү ҡоролмалары аша һайлау барашын күҙәтеү, дәғүәләр килгән осраҡта оператив саралар ҡабул итеү мәсьәләһе ҡарала. Бынан тыш, коммунистарҙың «Ҡыҙыл контроль» проекты ла һайлауҙарҙың ғәҙел үтеүенә булышлыҡ итер тип көтөлә.
Либерал-демократтар иһә уҙған һайлау һөҙөмтәләрен яҡшыртырға ниәтләй. Әле партия исеменән урамдар буйлап ярҙам автобусы ебәрелгән. Уның ағзалары халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй. Бар мөрәжәғәттәр ҙә ЛДПР лидеры Владимира Жириновский менән дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухаревҡа еткереләсәк.
Илдар Байбулатов




