Билдәле шағирә Әлфирә Бикмәтоваға – 85 йәш

Туймазы районы йәмәғәтселеге билдәле шағирә, «Алтын башаҡ» әҙәби берекмәһе ағзаһы Әлфирә Бикмәтованы 85 йәшлек юбилейы менән тәбрикләй. Әҙибәнең байрам шатлығын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты.

Ҡала гимны авторы, төҙөүсе, һатыусы, банк хеҙмәткәре һәм моңло ижадлы шағирә. Былар барыһы ла ошо көндәрҙә 85 йәшен тултырған Әлфирә Бикмәтова тураһында. Әлфирә Мөсәғит ҡыҙы бөтәһе 9 шиғри йыйынтыҡ һәм бер пьеса авторы. Уның ижады сәхнә йондоҙҙары өсөн яңы йырҙар сығанағы булһа, балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

Юбилей көнөндә төбәктең хәрмәтле шәхесен район етәкселеге һәм мәҙәни ойошмалар вәкилдәре, яҡындары ҡотланы. Шағирә үҙе йәш быуынға шиғыр юлдары менән мөрәжәғәт итте.

Әлфирә Бикмәтова әле лә район гәзите ҡарамағындағы «Алтын башаҡ» әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы. Уның әҫәрҙәре респубпиканың төрлө баҫмаларында донъя күреп тора. Бәхетле замандашыбыҙ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләләренән дә уңған.

Фото №1 - Билдәле шағирә Әлфирә Бикмәтоваға – 85 йәш

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ