Сибайға бөтә Рәсәйҙән инвесторҙар килде

“Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы барышында биш проект буйынса фекер алышыу була. Уларҙың дөйөм хаҡы – 2 миллиард ярым һум. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Инвестиция комитеты “Инвестиция сәғәте” форматында кәңәшмә уҙғара. Бындай ултырыштар Башҡортостан Башлығы указына ярашлы 2019 йылдан үткәрелә. Уның маҡсаты – төбәккә инвестициялар йәлеп итеү. Бөгөн тирмән комплексын төҙөкләндереү, Сибайҙа макарон изделиелары етештереү цехы төҙөү, Туймазы районында логистика үҙәге булдырыу, Сибайҙа һәм Өфөлә теш дауалау клиникалары,  Белорет районында ағас эшкәртеү предприятиеһы проекттары ҡарала. Инвестиция һабантуйында федераль власть вәкилдәре, эшҡыуарҙар һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнаша. Мәҙәни-күңел асыу программаһы  сәғәт 3-тә башлана. Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерияның сығышын киске сәғәт 10-да ҡарарға була. Тамаша бушлай ойошторола. Эпидемиологик хәлгә бәйле, һаҡланыу сараларын күреү мотлаҡ.

Фото №1 - Сибайға  бөтә  Рәсәйҙән инвесторҙар килде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ