Коронавирусҡа бәйле талаптар үҙгәрҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле юғары әҙерлек тураһындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе. Указдың яңы редакцияһына ярашлы, быға тиклем төнгө клубтарға, ябыҡ биналарҙа үткәрелгән ҙур физкультура һәм спорт сараларына инеү өсөн кәрәк булған документтар исемлегенә һуңғы алты айҙа кисергән COVID-19 сире тураһында белешмә  өҫтәлә. Шуның менән музей, күргәҙмә залдары, китапханаға барғанда вакцина яһатыу тураһында белешмә  талап итеү ғәмәлдән сығарылды.

Фото №1 - Коронавирусҡа бәйле талаптар үҙгәрҙе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ