Стэнли Кубогы – баш ҡалабыҙҙа. Был минуттарҙа Өфөнөң Спорт һарайында тантана бара. “Тампа-Бэй” командаһы спортсыһы, “Салауат Юлаев” хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе, ҡапҡа һаҡсыһы Андрей Василевский ҙур хоккей призын баш ҡалабыҙға алып килде. Ваҡиға барышын коллегабыҙ Ленария Ямалетдинова күҙәтә.




