Партиялар һайлауға әҙерлек алып бара

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе “Халыҡ фронты” майҙансығында фекерҙәштәре менән осрашты. Радий Хәбиров фирҡә ағзаларын федераль кимәлдә республика  мәнфәғәттәрен әүҙемерәк яҡларға, төбәк программаларына финанс йәлеп итеүгә ҙур өлөш индерергә саҡырҙы.

Партиялар һайлауға әҙерлек алып бара

“Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” Дәүләт Думаһы һайлауҙарына 300 мең күҙәтеүсе әҙерләгән. Был турала партия лидеры Геннадий Зюганов төбәк комитеттары менән осрашыуҙа белдерҙе. Видеоэлемтә тәртибендә ойошторолған кәңәшмәлә “КПРФ” ағзалары алдында һайлау барышында контролде көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Сәйәси фирҡәнең төбәк комитеты беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин:

Партиялар һайлауға әҙерлек алып бара

Либерал-демократтар иһә уҙған һайлау һөҙөмтәләрен яҡшыртырға ниәтләй. Әле партия исеменән урамдар буйлап ярҙам автобусы ебәрелгән. Уның ағзалары халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй. Бөтә мөрәжәғәттәр  “ЛДПР” фирҡәһе лидеры Владимир Жириновскийға еткерелә. Партия ағзаһы, Дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухарев: 

Партиялар һайлауға әҙерлек алып бара

Дәүләт Думаһына һайлау өс көн бара. 17, 18 һәм 19 сентябрҙә тауыш бирергә мөмкин. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Фото №1 - Партиялар һайлауға  әҙерлек  алып бара
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ