Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы тағы ла 304 кешегә ҡуйылған

Бөгөн стационарҙарҙа 695 пациент дауалана, уларҙың 449-ы 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 61 кешенең 13-ө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 4 768 кеше ковид-19 вирусынан амбулатор шарттарҙа дауалана.

Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 211 сирле һауығып сыҡҡан, 15 кеше вафат булған. Пневмония диагнозы 135 осраҡта асыҡланған, был сирҙән 184 кеше һауыҡҡан. Бынан тыш, тәүлек эсендә республика буйынса тағы ла 14 676 кешегә яңы инфекцияға ҡаршы прививка яһалыуы билдәле.

Уларҙың 8 975-е вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Прививка кампанияһы башланған осорҙан төбәктә барлығы миллион ярымдан ашыу кеше вакцина һалдырған.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы тағы ла 304 кешегә ҡуйылған

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ