Сибайҙа «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙҙы

2 миллиард 500 миллион һумға иҫәпләнгән 5 инвестиция проекты, 745 урынлыҡ белем усағына нигеҙ һалыу, аш-һыу һәм ҡымыҙ фестивалдәре. Сибайҙа «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙҙы. Сара бер юлы тиҫтәләгән майҙанда ойошторолдо һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтарын үҙ эсенә алды. Быйылғы форумдың үҙенсәлектәре тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Форумдың түңәрәк өҫтәл йәки килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан түгел, ә яңы белем усағына нигеҙ һалыуҙан башлана. Сөнки заманса мәғариф учреждениеһы киләсәккә төп инвестицияларҙың береһе. Ә Сибайҙа ихтыяж ҙур, әле 700 гә яҡын уҡыусы икенсе сменала белем ала.Ә 2023 йылдың беренсе сентябренә сафҡа индереләсәк яңы объект проблеманы тулыһынса хәл итәсәк. Заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыуға бүленгән аҡса бер уҡыусыға 200 мең һумдан тура килә.

Әлбиттә, форум сиктәрендә эшлекле һөйләшеүҙәр ҙә бара, бер юлы тиҫтәләгән майҙансыҡ эшләй. Мәҫәлән, ер аҫты ҡаҙылмаларын сығарғандан һуң ерҙе рекультивациялау. Йәки 2 миллиард 500 миллион һумға иҫәпләнгән биш инвестиция проектын тикшереү.

Ошонда уҡ хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә лә ҡул ҡуйыла. Мәҫәлән «Макдональдс» компанияһы ете предприятие һәм оҙайлы ваҡыт дауаханала ятҡан балаларҙың ата әсәләренә ғаилә ҡунаҡханаһы асырға ниәтләй.

Сибайҙы көньяҡ зонаның башҡалаһы тип әйтергә мөмкин. Шуға күрә майҙанда эргә тирәләге бөтә райондарҙың вәкилдәрен күрергә була. Мәҫәлән, йылайырҙар кейеҙ баҫыу нескәлектәре менән таныштыра, ә Сибай оҫталары гүзәл заттарҙы милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтә.

Быйылғы инвестиция һабантуйының тағы ла бер биҙәге - аш-һыу фестивале. Әгәр форумда туризмды үҫтереү хаҡында һүҙ бара икән милли ризыҡтарҙы бренд кимәленә күтәреү мотлаҡ.

Форум сиктәрендә ҡымыҙ фестивале лә ойошторолған. Сөнки Башҡортостан шифалы эсемлеге менән борондан дан тота. Ҡатнашыусылар фекеренсә, ҡымыҙҙы дауалауҙа әүҙем ҡулланыу шарт. Был эсемлек күп сирҙәрҙән файҙалы.

Сибайҙағы инвестиция һабантуйы быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторола. Форумдың төп маҡсаты булып төбәкте танытыу, инвесторҙар йәлеп итеү тора. Белгестәр фекеренсә был сараның һөҙөмтәһе урындағы ҡаҙнаға табыш, эш урындары булып ҡайтасаҡ әле

Фото №1 - Сибайҙа «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙҙы

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ