Башҡортостан Милли музейында, мәҫәлән, костюмдар тегеү һәм биҙәүес әйберҙәрен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.
Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған ҡул эштәре оҫталары ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәү әйберҙәрен эшләп күрһәтеп, бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторҙо. Тарихсы ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре милли кейемдәрҙе йәш быуын иғтибарын йәлеп итерлек заманса модаға яраҡлаштырыу юлдары тураһында фекер алышты.
Флорида Ким







