Яңы миҙгелдә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары чечен-ингуштарҙың «Йәштәр», аргентиндарҙың «Гаучо» көтөүселәр бейеүҙәрен тергеҙеп ҡуйырға ниәтләй. Шулай уҡ оло сәхнәгә «Бөркөтостан» да ҡайтарыла. Сығыштарҙы әҙерләүҙә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Дикалу Музакаев ярҙам итә.
Чечен республикаһы балетмейстерының ансамбль менән хеҙмәттәшлеге туҡһанынсы йылдар аҙағынан башланған. Тап уның етәкселегендә Башҡортостандың билдәле бейеү коллективтары Кавказ яҡтарының бай мәҙәниәте, хореографияһы менән таныштыра.
Иртәгә ғәскәровсылар «Мәҙәни шәмбе» акцияһы сиктәрендә асыҡ ишектәр көнө уҙғара. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Ошонда уҡ ансамблдең оркестры «Музыкаль ҡунаҡхана»ға саҡырасаҡ. Акцияға килеүселәр ансамблдең тарихы, уның әлеге артистары һәм ветерандары менән таныша, ансамбль тураһында фильмдар ҡарай, балет класын күрә ала.
Ҡунаҡтар шулай уҡ бейеүселәрҙең костюмдарын кейеп ҡарап,фотоға төшөү мөмкинлегенә лә эйә була. Ансамбль музейында тамашасыларҙы Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов менән осрашыу көтә.
Гөлназ Хәйбуллина




