Өфөлә билдәле фоторәссам Рәмил Килмәмәтовтың иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Башҡортостандың халыҡ рәссамы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Килмәмәтов яратҡан шөғөлөнә 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышланы.

Фотоһүрәттәр аша ул республика тормошон, уның шәхестәрен, мөһим сараларҙы күрһәтте. Һәләтле фото оҫтаһы Европа илдәрендә йәшәүселәрҙе Башҡортостандың хозур тәбиғәте, бай тарихы менән таныштырҙы.

Рәмил Исмәғил улының фотоһүрәттәренән Мәскәүҙә, Баҡыла, Минскиҙа, Истанбулда, Римда, Парижда, Дрезденда, Берлинда һәм башҡа төбәк­тәрҙә шәхси күргәҙмәләр ойошторолған.

Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылында тыуып үҫкән фотограф 2004 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлеге рәйесе вазифаһын башҡарҙы.

Фото №1 - Өфөлә билдәле фоторәссам Рәмил Килмәмәтовтың иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ