Ватан һаҡсыларын хөрмәтләп!...

Мишкә районы Сурай ауылында бер юлы ике мөһим ваҡиға. Төҙөкләндерелгән «Ҡайғылы әсә» һәйкәлен һәм сик һаҡсылары иҫтәлегенә таҡтаташ асыу саралары үтте. Ике объектта ла йәй дауамында ҡыҙыу төҙөлөш эштәре барған. Тантаналы саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Сурай ауыл советында йәшәгән һәм төрлө йылдарҙа Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән һалдаттар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Сара сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 103 йыллығына арналды.

Дәүләт сигендә тороусылар ил тыныслығын һаҡлай, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә. Һәйкәл төҙөү башланғысы менән 2017 йылда уҡ Валерий Миронов сығыш яһаған. Ул үҙе 1998-2000-се йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән. Проектты ғәмәлгә ашырыуҙа йәшел береттар әүҙем ҡатнаша. Улар таҡтаташ өсөн майҙанды әҙерләүҙән алып, уны асыу сараһын ойоштороуға тиклем барыһын да үҙ көстәре менән башҡара.

Сик буйы һаҡсылары иҫтәлегенә асылған таҡтаташ менән йәнәш «Ҡайғылы әсә» һәйкәле тора. Ул Сурай ауылында Бөйөк Еңеүҙең 40-йыллығына бағышлап 1985 йылда асылғайны. Быйыл йәй дауамында «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты мемориаль комплексты байытыу һәм төҙөкләндереү эштәре барған. Мишкә районынан 11 меңгә яҡын һалдат фронтҡа китә, уларҙың 4 меңдән ашыуы ҡанлы һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмай.

Тантаналы сараны Мәҙәниәт йорто артистары һәм Сурай ауылының мари мәктәбе уҡыусылары концерт номерҙары менән биҙәне. Митингта ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Байрамда сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарына миҙал тапшырылды. Ә «Йәшел береттар» ансамбле йыр-моң ғына түгел, махсус бүләк менән дә килгән.

Сурай ауылында мемориаль комплексты үҫтереү дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта Диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәр һәм ҡоро ер ғәсҡәрҙәрендә хеҙмәт иткән һалдаттарға ла иҫтәлекле урын асыу идеяһы ҡарала.

Фото №1 - Ватан һаҡсыларын хөрмәтләп!...

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ