Уҙған тәүлектә генә мәкерле сирҙең 307 яңы осрағы асыҡланған. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми статистикаһы һөйләй. Стационарҙарҙа 683 пациент уларҙың 541-е ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 13 кеше.
Һуңғы тәүлектә коронавирустан 16 үлем осрағы теркәлгән. Вафат булыусыларҙың дөйөм һаны 1 мең 280 кеше. Һуңғы тәүлектә 21 мең 284 кеше вакцина ҡаҙатҡан.
Прививкаланыуҙы тулыһынса 1 миллион 91 мең 372 кеше үткән. Башҡортостанға барлығы 1 миллион 656 мең 508 доза вакцина килтерелгән.
Рафиҡ Әхмәтшин




