Сибай ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында бер көн эсендә 98 миллиард һумлыҡ хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйылды.
«Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы өсөнсө тапҡыр ойошторола. Быйыл форумда 1 меңгә яҡын кеше ҡатнашты, улар араһында дәүләт власы органдары, бизнес-йәмәғәтселек вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән инвесторҙар.
Иң ҙур инвестиция проекттарына килгәндә, Башҡортостан Хөкүмәте менән «Макдоналдс» компанияһы, «Уралсиб» банкы менән ҡабул ителгәндәрен билдәләп үтергә мөмкин. Мәҫәлән, тәүгеһе Республикала тиҫтәнән ашыу туҡланыу предприятиеһы һәм Өфөлә оҙайлы дауалау үткән балаларҙың ата-әсәләре өсөн социаль ҡунаҡхана асырға ниәтләй.
Тәҡдим ителгән инвестиция проекттары ла бар. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһенең «Ситно» компанияһы Сибайҙа тирмән комплексы һәм макарон ризыҡтары етештереү линияһын сафҡа индереүгә 815 миллион һум ағса һалырға ниәтләй.
Радий Хәбиров белдереүенсә, инвестиция һабантуйы майҙансыҡтарының йөкмәткеһе йылдан-йыл байыраҡ, һөҙөмтәлерәк була бара. Киләсәктә ошондай форматтағы сараны Республиканың төнъяк-көнсығыш зонаһында ла ойоштороу күҙаллана.
Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә бер юлы тиҫтәнән ашыу түңәрәк өҫтәл һәм секция эшләне. Мәҫәлән, ер аҫты байлыҡтарын ҡаҙыу эштәре алып барғандан һуң майҙандарҙы рекультивациялау, йәки ҡымыҙҙы дауалауҙа ҡулланыу буйынса.
Форум сиктәрендә милли кейем парады, аш-һыу һәм ҡымыҙ фестивале лә ойошторолдо. Оҫталар борондан килгән кәсептәребеҙ менән таныштырҙы. Был да осраҡлы түгел. Туризмды үҫтереү хаҡында һүҙ бара икән, милли ризыҡты бренд кимәленә күтәреү мотлаҡ.
Инвестиция һабантуйы сиктәрендә Сибайҙа 745 урынға иҫәпләнгән белем усағына һәм «Киләсәк фабрикаһы» инновация эшҡыуарлығы йортона ла нигеҙ һалынды.
Рәмзиә Кәримова




