Торлаҡ коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, төрлө дәүләт ойошмалары, министрлыҡ һәм ведомстволар белгестәре баш ҡала урамдары, парктар һәм скверҙарҙы йәй дауамында тупланған сүп-сарҙан таҙартты.
Көҙгө төҙөкләндереү һәм таҙартыу айлығындағы тәүге өмә, экологик сараларҙың күркәм йолаға әйләнә барыуы тураһында һөйләй. Хеҙмәткәрҙәр ойошмалары беркетелгән биләмәләрҙе тәртипкә килтерҙе. Башҡортостан урман хужалығы министрлығы белгестәре, ғәҙәттәгесә урмансылар паркын йыйыштырҙы.
Шәмбе өмәләре тотош республикала үтте. Баймаҡ ҡалаһы хеҙмәтсәндәре өмә барышында ҡала парктарын йыйыштырҙы. Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориал биләмәһен тәртипкә килтерҙе.
Республикала экологик өмәләр яҙғы һәм көҙгө миҙгелдә йылына ике тапҡыр даими үткәрелеп килә. Улар дөйөм ҡулланыштағы биләмәләрҙе төҙөкләндерергә, йәйге һәм ҡышҡы осорҙа тупланған сүп-сарҙы таҙартырға мөмкинлек бирә.
Рафиҡ Әхмәтшин







