Инфраструктура ҡоролмаһы баш ҡала эргәһендәге коттедж биҫтәләренә илткән юлда тығындар мәсьәләһен хәл итергә тейеш. Төҙөүселәр обьектты ике йыл эсендә сафҡа индерергә күҙаллай. Эштәр июнь айында башланғайны.
Күләмле төҙөлөш майҙансығын әҙерләү өсөн генә лә байтаҡ ҡына ваҡыт талап ителде. Тимер юлы эргәһендәге ағастар киҫелде. Юл үтәсәк урында бер-нисә бина һүтелергә тейеш. Конструкцияһы буйынса үткәүел 4 терәү бағанаға ҡорола. Уларҙың икеһе тимер юлының аръяғында, икеһе биръяғында урынлаштырыла.
Терәүҙәргә урҙа һалғанда ғына ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы бар. Был эштәрҙе тимер юлы транспорты графигына ярашлы көйләргә тура киләсәк. Буласаҡ үткәүелдең оҙонлоғо 106 метр, уның аша 4 һыҙатлы автомобиль транспорты хәрәкәтен ойоштороу ҡарала.
Рафиҡ Әхмәтшин




