Көйөргәҙе районының Иҫке Мораптал ауылында заманса башланғыс мәктәбе асылды

Бина 30 йыл элек төҙөлгән һәм был ваҡыт эсендә берҙе лә капиталь ремонт эшләнмәгән була. Ошо ауылда тыуып үҫкән меценат «Атайсал» проекты сиктәрендә 3 ай эсендә мәғариф йортон танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә.

Белем усағында компьютерҙар менән йыһазланған информатика кабинеты, спорт залы, кейенеү һәм уҡытыусылар бүлмәһе асыла. Яңы мебель һәм видео яҙҙырыусы ҡоролмалар ҙа бар.

Меценат үҙенең исемен сер булып ҡалыуын теләгән. Ул әле Иҫке Мораптал ауылында йәшәмәй, шуға ҡарамаҫтан тыуған ерен онотмай. Яңыртылған бинала 1-4-се сыныфта белем алыусы 6 бала уҡыясаҡ. Мәктәп яны биләмәһе лә иғтибарһыҙ ҡалмай. Бәләкәй синыф уҡыусылары өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары сафҡа ингән.

Фото №1 - Көйөргәҙе районының Иҫке Мораптал ауылында заманса башланғыс мәктәбе асылды

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ