Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Иглин районында файҙалы йәрминкә ойошторҙо

Сауҙа барышында Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек һатыуға сығарылды. Йәрминкәнән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Балауыҙ көйәһенең тәбиғәткә зыяны ҙур, әммә кеше сәләмәтлеген нығыта ала. «Утлы төнәтмә» ярҙамында бронхит, туберкулез, хатта коронавирусҡа ҡаршы торорҡа мөмкин, ти, уны етештереүсе умартасы Риф Шәүәлиев. Ике йөҙ баш умарта тотоусы фермер бер оянан яртышар бот бал алған.

Йүкә балынан тыш, һуған да Иглин районының төбәк бренды тип иҫәпләнә. Әйткәндәй, был йәшелсә кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, кәбеҫтә кеүек борщ тупланмаһына инә. Заманында Кубаға хәтлем ебәрелгән Иглин һуғаны бөгөн дә районда күп үҫтерелә.

Һөт продукцияһы, ит, йәшелсә менән тулы өҫтәлдәр янынан халыҡ өҙөлмәне. Йәрминкәгә килгән һәр кем сифатлы сифатлы, тәбиғи ауыл хужалығы тауарҙарын артыҡ юғары булмаған хаҡҡа һатып алып ҡыуанды.

Иглин ауылындағы файҙалы йәрминкәлә 38 фермер үҙ хужалығында етештергән тауаҙарҙы тәҡдим итте. Һатыу нөктәләре тауарҙар төрлөлөгө менән дә үҙенсәлекле булды.

Йәрминкәлә шулай уҡ халыҡҡа бушлай вакцина ҡаҙатыу өсөн шарттар тыуҙырылды. Эш биреүселәр иһә хоҡуҡи өлкәлә бушлай консультациялар үткәрҙе, вакансия эҙләүселәрҙән анкета һорауҙарына яуаптар алды. Был яуаптар нигеҙендә уларға тиҙҙән эш урындары тәҡдим ителәсәк.

Өфөнөң ут күршеһе булған Иглин районы йылдам үҫешә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен камиллаштырыу, беренсел звенола тиҙ ярҙам күрһәтеүҙе юғары кимәлгә күтәреү маҡсатында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә ике ашығыс ярҙам машинаһына сертификат тапшырылды.

Йәрминкәлә ҡатнашыусылар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн битлектәр таратылды һәм тән температураһы үлсәнде. Кесе йәштәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн дә аниматорҙар күңелле, сағыу тамашалар әҙерләгән. Малай-ҡыҙҙар әүҙем физик күнегеүҙәр һәм интеллектуаль уйындарҙы ла үҙ итте.

Район үҙәгендә ойошторолған фермер йәрминкәһенә килеүселәр сатырҙарҙан буш ҡул менән сыҡманы. Уңышлы сауҙанан һуң халыҡ башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығышын тамаша ҡылды.

Иглин районы үҙәгендә ойошторолған йәрминкәлә борщ йыйылмаһындағы йәшелсәләрҙең килограмын 30-35 һумдан, ҡош итенән тауыҡтың килоһын 200, ә ҡаҙ һәм күркә иттәрен 350 һумдан һатып алырға мөмкин ине. Йәрминкәгә килеүселәр ауыл хужалығы тауарҙары төрлөлөгәнән, сифатынан һәм осһоҙ хаҡҡа һатылыуынан да ҡәнәғәт ҡалды.

Фото №1 - Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Иглин районында файҙалы йәрминкә ойошторҙо

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ