Ишембай районының Алаҡай ауылында «Күл буйына килһәң ине» тип исемләнгән урам байрамы ойошторолдо

Урындағы халыҡ был сараны ғәҙәттә бесән мәлендә йә көҙгө уңыш йыйғанда уҙғара. Яҡташтарҙың сираттағы осрашыуына ла мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре етди әҙерлек кимәлен күрһәтте.

Ауылды данлаусы йырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡыҫҡа сәхнәләштереүҙәр – бай концерт программаһы төҙөлә. Скворчиха ауыл биләмәһе башлығы Сәлимә Герасименко билдәләүенсә, Алаҡайҙа тырыш халыҡ йәшәй. Тиҙҙән уларҙың ярҙамы менән урындағы күл янында стелла ҡуйыу планлаштырыла.

Сара сиктәрендә өлгөлө ғаиләләр, алтын туйҙарын ҡаршылаусылар һәм ауылдың йәмәғәт тормошо менән ҡайнап йәшәүселәр тәбрикләнде, уларға иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ сәхнәлә аш-һыу әҙерләү конкурсына йомғаҡ яһалды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, урам байрамы ауыл халҡын берләштереүсе көскә эйә.

Фото №1 - Ишембай районының Алаҡай ауылында «Күл буйына килһәң ине» тип исемләнгән урам байрамы ойошторолдо

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ