Һайлау участкаларында инвалидтар өсөн уңайлыҡтар була

Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала мөмкинлеге сикләнгән 240 мең самаһы кеше йәшәй. Шуларҙың 8 меңе һуҡыр, 12 меңе һаңғырау һәм 17 меңе терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары менән яфалана. Уларға сәйәси кампания ваҡытында һайлау участкаларының уңайлығын тәьмин итеү мөһим. Әлегә тикшереү һөҙөмтәләре бер аҙ етешһеҙлектәр асыҡлаған, улар был аҙнаның йомаһына тиклем бөтөрөлөргә тейеш, ти Республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.

Һайлау участкаларында инвалидтар өсөн уңайлыҡтар була

Әле республика буйлап рейдтар ойошторола. Белгестәр һайлау участкаларының пандустар, тотоноп менеү өсөн ҡулайламалар, саҡырыу төймәләре һәм тактиль күрһәткестәр менән тәьмин ителеүен тикшерә. Һайлау быйыл өс көн – 17 сентябрҙән 19-на тиклем дауам итә.

Фото №1 - Һайлау  участкаларында инвалидтар  өсөн уңайлыҡтар була
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ