Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек бара

Тауыш биреү ҡағыҙҙары “Белая река” нәшриәт йортонан Башҡортостандың һайлау комиссияһына тапшырылды. Бланктар ошо көндәрҙә республиканың 3 мең 364 даими һәм дауахана, шифахана, тикшереү изоляторҙарында урынлашҡан 39 ваҡытлыса һайлау участкаларына тапшырыласаҡ. Республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.

Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек бара

Быйылғы һайлауҙарҙың үҙенсәлеге сейф пакеттар ҡулланыуҙа. Ул тауыш биреүселәрҙең тамғаһы ҡуйылған бюллетендәрҙе бөтөн көйөнсә һаҡлауҙы күҙаллай, ти республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов.

Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек бара

Һайлау быйыл өс көн, 17 сентябрҙән 19-на тиклем дауам итә. Башҡортостан халҡы Дәүләт Думаһынан тыш, республика парламентының айырым участкалары буйынса депуттатар һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарын һайлай.

Фото №1 - Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек бара
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ