Владимир Путин Башҡортостан спортсыларын бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Токиола Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан Башҡортостан  спортсыларын дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Паралимпия чемпиондары Богдан Мозговой, Анна Крившина, Илнур Ғарипов, Андрей Николаев, Елена Прокофьеваға “Дуҫлыҡ ордены” тапшырыла.  Көмөш миҙал яулаған Григорий Андреев, Анна Кулинич-Сорокина һәм Елена  Паутова 1-се дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн”  ордены менән наградлана. Бронза миҙал хужалары – Аделина Рәзетдинова, Сергей Петриченко Никита Нагаев һәм Артур  Сәйфетдинов  2-се дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены  менән бүләкләнә. Быға тиклем Олимпиадала фехтование буйынса командалар беренселегендә алтын миҙал яулаған Аделина Заһиҙуллинаға “Дуҫлыҡ ордены”, Тимур Сафинға 1-се дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены тапшырылды.

Фото №1 - Владимир  Путин  Башҡортостан  спортсыларын  бүләкләне
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ