Ил Президенты исеменә Ишембайға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреү тураһында мөрәжәғәт юлланыла. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары шул турала документ әҙерләгән. Парламент рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, Ишембай нефтселәре, нефть эшкәртеүселәре һәм машина төҙөүселәре Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҙур өлөш индергән. Был осорҙа беҙҙең ил Ишембай сығанаҡтарынан 4 миллион ярым тонна тирәһе нефть ала. Баҡы ҡалаһынан Ишембайға эвакуацияланған заводта “Катюша” комплексы снаряды өсөн 5 миллиондан ашыу махсус деталдәр етештерелә. Был һуғыш ваҡытында етештерелгән бөтә снарядтарҙың 40 проценттан ашыуы. Бынан тыш Ишембайҙа төҙөлөш, сәнәғәт предприятиелары, артель колхоз-совхоздар фронтты һәм тылды төрлө продукция менән тәьмин итә.







