Башҡортостанда бөтә һайлау участкалары тауыш биреүгә әҙер

Был аҙнала Дәүләт Думаһына һайлау уҙа. Беҙҙең республикала шулай уҡ өс округ буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, ҡайһы бер ҡала, район һәм ауылдарҙа урындағы советтарға депутаттар өсөн тауыш бирәләр. Республикала 3 мең 400-гә яҡын һайлау участкаһы иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла тауыш биреүгә әҙер. Баймаҡ районында 80 һайлау участкаһы булдырылған. Күптәре мәктәп биналарында урынлашҡан. Шуға санитар талаптарға етди иғтибар бирелә. Баймаҡ лицей интернатында урынлашҡан һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Иҙел Әбүбәкиров.

Башҡортостанда бөтә һайлау участкалары тауыш биреүгә әҙер

         1 мең һайлаусынан күберәк теркәлгән участкаларҙа Һайлау бюллетендарын эшкәртеү комплекстары – КОИБ-тар ҡуйыла, шулай уҡ видеокүҙәтеү була. Ишмөхәмәт ауылында 300-ҙән ашыу һайлаусы теркәлгән. Һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Хәлим Сәфәрғәлин һөйләй.

Башҡортостанда бөтә һайлау участкалары тауыш биреүгә әҙер

         Һайлау өс көн ойошторола. 17, 18 һәм 19 сентябрҙә тауыш бирергә була. Һайлау участкалары иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Фото №1 - Башҡортостанда бөтә һайлау участкалары тауыш биреүгә әҙер
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ