Башҡортостан халыҡты коронавирустан вакциналау буйынса илдә 13-сө урында. Коллектив иммунитет булдырыу маҡсатында өлкән йәштәгеләрҙең 80 процентына прививка яһау мөһим. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошоларҙы белдерҙе.
Республикала 30-ҙан ашыу лабораторияла коронавирусҡа тест эшләнә. Ковид госпиталдәрҙә инфекция йоҡтороусыларҙы дауалау өсөн булдырылған урындарҙың 90 проценты тулы, тип белдерҙе Максим Забелин. Сирлеләр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында 82-се урында.




