Ағиҙел аша яңы күпер тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыла

Өфөлә Ағиҙел аша күперҙе киңәйтеү эштәренең бер өлөшө тамамланған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров белдерә.  “Ағиҙел йылғаһы аша яңы һалынған күпер ике ярҙы бергә тоташтырҙы. Эштәр аҙағына яҡынлаша. Күперҙең дөйөм оҙонлоғо 688 метр. Киләһе аҙнала иретеп йәбештереү эштәре тамамлана, күперҙең әлеге көндә эштәрҙең иң ауыр өлөшө башҡарыла. Был күпер беҙгә бик мөһим. Сөнки транспорт ағымы йылдан-йыл көсәйә”,- тип яҙа Радий Хәбиров. Яңы күперҙән хәрәкәтте октябрь аҙағында асыу күҙаллана. Һуңынан иҫке күперҙе һүтеү башланасаҡ.

Фото №1 - Ағиҙел аша яңы күпер тиҙҙән файҙаланыуға  тапшырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ