Өфө районы Зубов ауылында урынлашҡан ковид-госпиталгә көн һайын уртаса 50- 70 сирле ҡабул ителә. Унда асылғандан алып 10 меңдән ашыу кеше коронавирустан дауаланған. Табип Зәлифә Йосопова-Йомағужина халыҡты прививка яһатырға өндәй. “Вакцина эшләткән кешеләр ауырыһа ла, сирҙе еңелерәк үткәрә”, - ти ул.




