Сирҙән 36 кеше һауығып сыҡҡан, 15 кеше вафат булған. Бөгөн стацинарҙарҙа 714 кеше дауалана, уларҙың 468-е 60 йәштән өлкәндәр. 47 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Тағы ла 5 443 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Республикала халыҡҡа коронавирусҡа ҡаршы прививка яһау дауам итә.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, төбәккә барлығы 1 656 508 доза вакцина килтерелгән. 1-се компонентты 1 218 909 кеше яһатҡан. 1 093 668 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.
Гөлдәриә Йосопова




