Әле объектта башлыса биҙәү эштәре ҡалған. Эшселәр коммуникацияларҙы тоташтырыу, һылау, аҡлау менән мәшғүл. Әммә был ябай этап та төҙөүселәрҙән ҙур яуаплылыҡ талап итә. Сөнки буласаҡ учреждение ябай түгел. Яңы технологиялар, медицина ҡорамалдары төҙөлөшкә лә үҙ ҡағиҙәләрен индерә. Улар тураһында ентекләберәк киләһе репортажда.
Гөлназ Егетбаева егерме йылдан ашыу бүлмәләрҙе ағартыу менән шөғөлләнә. Уның ҡулдары ярҙамында тиҫтәләгән йорттар, мәктәптәр, социаль учреждениелар сағыу төҫ алған. Тәжрибә ҙур, әммә медицина объекттарына айырыуса талап , ти ул. Бер яҡтан сифат, икенсенән эш алымдары ла башҡасараҡ.
Йөрәк ауырыуҙарын дауалауға махсуслашҡан үҙәктә лә шулай уҡ. Көслө ҡорамалдар урынлаштырыласаҡ бүлмәләрҙә хатта буяуҙар ҙа башҡаса.
Операциялар бүлмәһен кардиология үҙәгенең ғорурлығы тиергә лә мөмкин. Ул гибрид буласаҡ. Йәғни бер урында тикшереүҙәр , ғәҙәти юл менән әмәлиәт яһау һәм тәнде киҫмәй башҡарыла торған операциялар ҙа уҙғарыласаҡ. Ләкин бындай бүлмәләр төҙөлөшкә ҡәтғи талаптар ҡуя. Дауалау технологияларының үҫеше лә бина күтәреүгә төҙәтмәләр индерә. Хатта һүтеп киренән төҙөгән осраҡтар ҙа бар. Үҙ сиратында эш барышы ла һуҙыла.
Шуға ҡарамаҫтан, яңы корпуста эштәр планға ярашлы бара. 135 урынға иҫәпләнгән палаталар әле үк әҙер. Ошо арала медицина ҡорамалдары ла килтерәсәктәр. 9 ҡат һәм бер подвалдан торған кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы 2022 йылға сафҡа инергә тейеш.
Айнур Кәбиров




