Уның эшмәкәрлеге менән бәйле һорауҙар бөгөн Республика башлығы рәйеслегендәге оператив кәңәшмәлә лә тикшерелде.
Белгестәр әйтеүенсә, ҡала халҡы йылылыҡ менән бәйле һорауҙарҙы күп каналлы берҙәм 277-09-11 телефоны аша бирә ала. Шулай уҡ Берҙәм иҫәп-касса офистары һәм ресурс ойошмалары аша мөрәжәғәт итергә, йәки ҡала хакимиәтенең сайтына яҙырға мөмкин.
Радий Хәбиров штабтың офисын асыу бурысын да йөкмәтте. Һәм муниципаль бермек башлыҡтарына был һорауҙы ныҡлы контролгә алырға ҡушты. Көндәр һыуытҡан осраҡта, йәғни һауа температураһы 5 көн дауамында 8 градустан түбән төшкән осраҡта йылы бирелергә тейеш, тине Радий Фәрит улы. Ҡайһы бер район-ҡалаларҙа социаль учреждениеларға йылы бирелгән дә инде.
Оператив кәңәшмәлә коронавирустан вакцинация барышы һәм Сибайҙағы инвестиция һабантуйының һөҙөмтәләре лә тикшерелде. Форумда һәммәһе 98 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.
Радий Хәбиров «Башҡортостан ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыуҙы, парк һәм скверҙарҙы төҙөкләндереүҙе дауам итеү бурысын да ҡуйҙы. Республика башлығы белдереүенсә, обьекттарҙы сафҡа индергәндә сифатҡа иғтибарҙы арттырыу мотлаҡ. Был талап подъездарҙы ремонтлауға ла ҡағыла.
Әле эш тейешле кимәлдә башҡарыла тип әйтеп булмай. Үҙ бурысына илке-һалҡы ҡараған подрядсы ойошмалар ҙа етерлек.
Рәмзиә Кәримова




