Заманса төҫ алған ихаталар, төҙөкләндерелгән юлдар, яңы социаль учреждениелар – республиканың йәшел ҡалаһы юбилей датаһын лайыҡлы уҙғарҙы. Тантаналы сарала «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Башҡортостандың көньяҡ ынйыһы иҫәпләнгән биләмәнән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Стәрлетамаҡтың Голиков урамындағы ихата ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тергеҙелеп, заманса һулыш ала. Республика программаһы буйынса күп ҡатлы йорттар янындағы юл, тротуарҙар төҙөкләндерелә, өҫтәмә парковка урындары булдырыла. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары яңыртыла. Урындағы халыҡ Радий Хәбиров менән осрашыуында үҙгәрештәргә оло ҡыуанысын белдерҙе.
Һуңғы ике йылда «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса республикала 780 ихата төҙөкләндерелгән, уларҙың 31-е - Стәрлетамаҡта. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулау ҙа уңышлы башланғыс. «Тоҙло пристань» проекты буйынса күләмле төҙөлөш эштәре көтөлә. Ашҡаҙар йылғаһы яры буйында халыҡҡа яңы ял урыны ойоштороласаҡ.
Ҡала көнөнә Стәрлетамаҡта «Һаҡлыҡ банкы»ның яңы операция офисы асылды. Радий Хәбиров тантаналы сарала ҡатнашып, касса-инкассатор үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ осрашыу сиктәрендә мобиль офис мөмкинлектәре лә күрһәтелде, ул төпкөлдәрҙә йәшәүсе банк клиенттарын хеҙмәтләндерәсәк.
Радий Хәбиров 255 йыллыҡ тарихы булған ҡаланың һәр ваҡыт үҫеш юлында булыуын белдерҙе. Бөгөнгө Стәрлетамаҡ республиканың иң матур һәм төҙөк биләмәләренең береһе.
Урындағы хакимиәт етәкселеге билдәләүенсә, ҡала юбилей датаһын яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай. Быйыл ун ете саҡрым юл ремонтланған, өс балалар баҡсаһы сафҡа индерелеп, дүртенсеһенең төҙөлөшө башланған. Тантаналы сара сиктәрендә Стәрлетамаҡ үҫешенә тос өлөш индереүселәргә дәүләт наградалары, абруйлы исемдәр тапшырылды. Алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороуҙа ҡатнашыусылар рәхмәт хаттарын алды.
Стәрлетамаҡтың 255 йыллығына арналған сараны Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары биҙәне. Артистар билдәләүенсә, ҡала күҙгә күренеп үҙгәрә. Халыҡтың берҙәмлегенә хайран ҡалырлыҡ.
Байрам көндө ҡала халҡы өсөн ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙғарылды. Өҫтәлдәргә Стәрлетамаҡ районы кооперативтары етештергән сифатлы продукция ҡуйылды.
Стәрлетамаҡ – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең иң йәшел һәм таҙа ҡалаларының береһе. Бында 275 меңдән ашыу кеше йәшәй. Төрлө милләт халыҡтарын берләштергән биләмә үҫеше, тәү сиратта, эре сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлегенә бәйле. Төбәктең социаль-иҡтисади климат йылдан-йыл яҡшыра ғына.
Гөлназ Хәйбуллина







