Күрше өлкә артистары Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Ошо уҡ ваҡытта Өфө театры Новокуйбышевск тамашасыларына «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен күрһәтте.
Ә инде 14-нән 16 -на тиклем яҡташтарыбыҙ Ҡырым Республикаһында гастролдә була. Симферопь тамашасылары башҡорт театрының 4 спектаклен ҡараясаҡ. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия дарма театры яңы ижад миҙгелен 22 сентябрҙә Мостай Кәрим пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ҡыҙ урлау» спектакле менән аса.




