Был аҙнала илдә Дәүләт Думаһына һайлау үтә. Ул өс көн бара. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдереүенсә, бындай алым эпидемиологик хәл менән бәйле.
17, 18 һәм 19 сентябрҙә бөтә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.




