Республикала оло йәштәгеләр араһында коронавирус йоҡтороусылар арта. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 6 меңдән ашыу кеше ковидтан дауалана. Уларҙың 5 мең ярымға яҡыны өйҙә, 720-һе стационарҙа ҡала. 53 кешенең хәле ауыр тип баһалана. Сирлеләрҙең күбеһе алтмыш йәштән өлкәндәр. Үткән тәүлектә ковидтан 15 кешенең ғүмере өҙөлгән, 308 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Бер тәүлек эсендә вакцина алыусылар һаны 9 мең 600-гә артҡан. Башҡортостанда 1 миллион 100 меңдән ашыу кеше иммунизацияны тулыһынса тамамлаған.




