Республика менән идара итеү үҙәге уҙған аҙнала 3 меңдән ашыу мөрәжәғәт эшкәрткән

Һорауҙар “Инцидент-менеджмент” системаһы һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша ҡабул ителә. Халыҡты күберәк биләмәләрҙе тәртипкә килтереү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт төҙөкләндереүгә бәйле булған. Вакцинация, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар һәм социаль яҡлауға бәйле һорауҙар ҙа ҡабул ителгән. Уҡыу йылы башланыу менән дә ошо өлкәгә бәйле 195 һорау ҡаралған. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда, халыҡтан мөрәжәғәттәр артыуы күҙәтелә.

Фото №1 - Республика менән идара итеү үҙәге уҙған аҙнала 3 меңдән ашыу мөрәжәғәт эшкәрткән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ