Башҡортостанда һайлау көндәрендә 3 мең 403 участка халыҡты ҡабул итә

Быйыл тауыш биреү өс көн – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә дауам итә. Һайлау участкалары иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем асыҡ була. Республикала тауыш биреүселәр исемлегенә 3 миллион 18 меңдән ашыу кеше индерелгән. Башҡортостанда халыҡ Дәүләт Думаһына, өс округ буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, шулай уҡ ҡала, район һәм ауыл советтарына деапутаттар өсөн тауыш бирә. Йәмғеһе 175 һайлау кампанияһы ойошторола. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һөйләй.

Башҡортостанда һайлау көндәрендә 3 мең 403 участка халыҡты ҡабул итә

         Һайлау барышын тикшереү өсөн күҙәтеүселәр йәлеп ителә. Әле исемлектә 21 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәр өсөн курстар уҙғарҙы. Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина әйтеүенсә, һәр һайлау участкаһында күҙәтеүселәр була.

Башҡортостанда һайлау көндәрендә 3 мең 403 участка халыҡты ҡабул итә

  Бөгөн Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы һәм Республика Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет араһында килешеү төҙөлдө. Совет ағзалары тауыш биреү барышын күҙәтеү һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙә ярҙам итә.

Фото №1 - Башҡортостанда һайлау көндәрендә 3 мең 403 участка халыҡты ҡабул итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ