Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия буйынса комиссияның тәүге ултырышы уҙҙы. Журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр буйынса конкурста 16 автор һәм 2 ижади коллектив ҡатнаша. Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын, айырым шәхестәрҙе ижади бәйгегә тәҡдим ителгән эштәр буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Ул 22 сентябргә тиклем дауам итә.







