Сирҙән 289 кеше һауығып сыҡҡан, 15 кеше вафат буған. Бөгөн стационарҙарҙа 720 кеше дауалана, уларҙың 476-һы 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 53 пациенттың унауһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Тағы ла 5 441 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Республикала халыҡҡа коронавирусҡа ҡаршы прививка яһау дауам итә.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, төбәккә барлығы 1 656 508 доза вакцина килтерелгән. 1-се компонентты 1 221 892 кеше яһатҡан. 1 100 372 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.
Гөлдәриә Йосопова




