Рәсәйҙә үтәсәк һайлауға һанаулы көндәр ҡалды

Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек сиктәрендә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы матбуғат конференцияһы ойошторҙо. Белгестәр сәйәси кампанияға бәйле һуңғы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Йылдағыса һайлау осоронда «Рәхмәт» акцияһы уҙғарыласаҡ тип көтөлә. Уға ярашлы төрлө хеҙмәттәр һәм кибеттәрҙә ташламалар ҡаралған. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башҡортостанда 17-19 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙа тауыш биреүселәр өсөн «Рәхмәт» акцияһы ойошторола. Акция барышында ҡулланыусыларға төрлө ташламалар ҡаралған. Иң күп ташламалар 19 сентябрь – Берҙәм тауыш биреү көнөнә тура килә.

Стендап. «Рәхмәт» акцияһы сиктәрендә байтаҡ урындар һәм хеҙмәттәргә ташлама алырға мөмкин. Был исемлеккә кибеттәр, музей, бөҙрәханалар, дауаханалар, автосервистар, дөйөм туҡланыу урындары индерелгән. Ташламаға хоҡуҡ биргән махсус беләҙекте алыу өсөн һайлау участкаһына барып тауыш бирергә кәрәк.

Отошло тәҡдим менән файҙаланыу ваҡытын һәр ойошма үҙе билдәләй. Ташламалар исемлеге менән «Рәхмәт 102. РФ» рәсми сайтында танышырға була.

Байрамдар, һайлау һәм башҡа саралар ваҡытында беҙ ҡыҙыҡлы акциялар ойошторорға тырышабыҙ. Ҡулланыусыларға ташлама тәҡдим итеп беҙ килемде юғалтмайбыҙ, сөнки һәр ойошма ошо уҡ ваҡытта өҫтәмә клиент йәлеп итеп ҡала. Акцияға ҡушылып беҙ йәмғиәт тормошона битараф булмауыбыҙы ла күрһәтәбеҙ.

Игорь Прозоров, Башҡортостан Сауҙа ассоциацияһы рәйесе

Республикала берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек сараларына арналған матбуғат конференцияһында сәйәси кампанияға бәйле һуңғы мәғлүмәттәр иғлан ителде. Башҡортостанда 3 миллиондан ашыу тауыш биреүсе теркәлгән. Уларҙың 43 меңе һайлауҙа тәүгә ҡатнаша.

Республика һайлау участкаларында өс көн дауамында иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Һайлау ваҡытында санитар талаптар үтәлеше иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Граждандарға битлек, бирсәткә, ручкалар таратыласаҡ. Социаль дистанция һаҡлау ҙа тәьмин ителәсәк.

Илона Макаренко, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе

Сәйәси кампанияға әҙерлек барышында хоҡуҡ боҙоу осраҡтары ла теркәлгән. Дәғүә белдереүселәр исеменән Үҙәк һайлау комиссияһына 100-ләп ғариза килгән. Улар буйынса хоҡуҡ органдары тикшереүе тамамланғас тейешле ҡарар сығарыласаҡ. Дөйөм алғанд, республикала һайлауҙы ғәҙел һәм асыҡ итеп уҙғарыу өсөн барыһы ла эшләнә. Һайлау участкаларында 6 меңдән ашыу күҙәтеүсе һәм 1 315 камера эшләйәсәк.

Фото №1 - Рәсәйҙә үтәсәк һайлауға һанаулы көндәр ҡалды
Башбат

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ