Рәсәйҙә пособиелар алыу еңелләшә

2022 йыл башынан Рәсәйҙә ауырға ҡалыу һәм бала табыу буйынса һәм бала тыуғас бер тапҡыр түләнә торған пособиелар автоматик рәүештә күсереләсәк. Йәғни уларҙы алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәйәсәк.

Был турала Рәсәй хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Бынан тыш, электрон больничныйға күсеүгә бәйле, алдағы йылдан хеҙмәткәрҙәргә эш биреүселәренә ниндәйҙер белешмәләр тапшырыу ҙа талап ителмәйәсәк.

Мәсьәләнең айышы эш биреүсе ойошма менән Социаль страховкалау фондының үҙ-ара эш итеү тәртибе үҙгәреүгә бәйле. 1 ғинуарҙан илдә мотлаҡ электрон ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы ғәмәлгә инә. Соцаль страховкалау сиктәрендә ҡаралған пособиелар фонд тарафынан түләнәсәк.

Граждандарҙың эш хаҡы, ауырға ҡалыу һәм бала табыу буйынса мәғлүмәттәр фондҡа эш биреүсенән, бала тыуыу тураһындағы - ЗАГС-тарҙан киләсәк. Соцаль страховкалау фонды ошо мәғлүмәттәргә таянып, пособиеларҙы автоматик рәүештә билдәләйәсәк.

Фото №1 - Рәсәйҙә пособиелар алыу еңелләшә

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ