Башҡортостан умартасылары солоҡ балы сығара башланы

Юғары сифатлы татлы ризыҡтан мул уңыш алыусылар араһында Иглин районынан Фәнис Хәлилов та бар. Йәйҙең яуым-төшөмһөҙ һәм эҫе булыуы уңышҡа йоғонто яһағанмы, киләһе йылда республикала уҙасаҡ Апимондия форумына әҙерлек ниндәй кимәлдә? Һорауҙарға яуапты БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова эҙләне.

Сентябрҙең икенсе яртыһы солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн уңыш йыйыу миҙгеле. Кәсеп онотолоп барһа ла, был ысул ярҙамында йыйылған бал файҙалы матдәләргә бай һәм сифатлы тип һанала. Иглин районының Иван-Казанка ауылынан фермер Фәнис Хәлилов түмәр умартасылыҡ менән 7 йылдан ашыу шөғөлләнә.

Был түмәр умартаһынан йүнсел бар кәрәҙдәрҙе лә алырға мәжбүр. Бер нисә көн элек бал ҡорттарына татлы ризыҡ эҙләп һағыҙаҡтар һөжүм иткән. Аяуһыҙ алышта нәҙекәйбилдәрҙең береһе лә иҫән ҡалмаған. Ә башҡа умарталарҙа ҡышҡылыҡҡа 10-12 килограмм бал запасы ҡалдырыла. Башҡорт тоҡомло ҡорттарға был аҙыҡ сатлама һыуыҡтарға бирешмәй, ҡышты уңышлы үткәреү өсөн етә.

Ихатала 60-тан ашыу түмәр солоғо иҫәпләнә. Бынан тыш, кәсепсе урманда үҫеп ултырған биш тиҫтә ҡарағайҙа бал ҡорттары күсен үрсеткән. Солоҡтар йылына ике тапҡыр асыла. Әгәр яҙғыһын уларҙы таҙартыу талап ителһә, сентябрь урталарында – һуңғы ҡорттар сыҡҡас, уңыш йыйыу башлана. Быйыл бер умартанан 7-8 литр ҡырағай бал йыйып алыу күҙалалана.

Фәнис Хәлиловтың ихатаһы «Апимондия» халыҡ-ара конгрессының бер майҙанысығы итеп һайланыуы ихтимал. Умартасылыҡ форумына әҙерлек сиктәрендә хужалыҡ янындағы инфраструктура үҫтерелә.

Фото №1 - Башҡортостан умартасылары солоҡ балы сығара башланы

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ