Ишембайҙа Рәсәй һәм Башҡортостан йондоҙҙары ҡатанашлығында «Көҙгө марафон» үтте.Сара сиктәрендә Республиканың сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡаланың Ленин урамындағы майҙанында халыҡҡа ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһен дә ойошторҙо. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Байрам сараларына килгән олоһо-кесеһенә биҙәү сәнғәтенән торған ижади эштәр күргәҙмәһенән тыш, спорт саралары ла ойошторолдо. Үҙебеҙҙең республикала етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһендә осһоҙ хаҡҡа бал, борщ бешереү өсөн йәшелсәләр тулланмаһын һатып алырға мөмкин ине.
Йәрминкә барған майҙан эргәһендә күсмә фаптар ҙа эшләне. Халыҡ уларҙа медицина тикшереүе үтә алды. Хоҡуҡи өлкәлә барлыҡҡа килгән мәсьләләрҙе иһә юристар ярҙамында бушлай консультациялар алып хәл итергә мөмкин ине.Китап һөйөүселәр ҙә иғтабарһыҙ ҡалманы.
Тотош ғаиләләре менән йәрминкәгә килеүселәрҙең балаларына ирекмән-аниматорҙар, йәштәр комитетының һәм мәҙәниәт бүлегенең әүҙем ағҙалары күңелле байрам ойошторҙо.
Спорт һөйөүселәр һәм сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусылар футбол матчында ҡатнашты. ГТО нормаларын тапшырырға теләүселәргә лә бөтә шарттар булдырылды. Айырыуса етеҙҙәр, көслөләр һәм ҡыйыуҙар чемпион менән зарядка эшләне. Сара һуңында Рәсәй һәм Башҡортостан йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт ойошторолдо.
Ишембайҙар өсөн әҙерләнгән байрам концертын билдәле Рәсәй артисы һәм йырсы Дмитрий Харатьян алып барҙы. Сара һуңында ул ишембайҙар үтенесе буйынса «Алға, гардемариндар!» кинофильмынан популяр йырҙарҙы башҡарҙы.
Гүзәл Борханова







