Өфөлә йәш атлеттар һынау тотто

Унда республиканың барлыҡ спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Етеҙҙәр 500, 800 һәм 1500 метр арауыҡҡа йүгереүҙә асыҡланды. Спортсылар шулай уҡ оҙонлоҡҡа, бейеклеккә һикереү, снаряд ташлауҙа көс һынашты. Бындай турнир атлеттарҙың ғына түгел, тренерҙарҙың да миҙгел дауамындағы эшен йомғаҡлау булып тора.

Ярышта 300-ләгән спортсы ҡатнашты. Республика ярышының төп фавориттары тип Өфө, Нефтекама, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре иҫәпләнә.

Бәләкәй йәш төркөмөнә ҡараған спортсылар үҙҙәрен һынап ҡарай. Киләсәктә улар үҙҙәренең етешһеҙлектәрен аңлап күрһәткестәрен яҡшыртырға тырышасаҡ.

Сергей Каледин, ярыштың баш судьяһы
Фото №1 - Өфөлә йәш атлеттар һынау тотто

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ