«Ағиҙел» хоккей клубының өс уйынсыһы Рәсәй йыйылма командаһына эләкте

Өфөнөң «Ағиҙел» хоккей клубының өс уйынсыһы миҙгел алды турнирында Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Сочиҙа үткән ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командалары турнирына яҡташтарыбыҙ финал серияһында төп трофей өсөн «КРС Ванке Рейз» командаһын еңеүҙән һуң юллана.

Кубок призы өсөн алты команда көс һынашырға тейеш ине. Әммә Санкт-Петербургтың «Динамо-Нева»һы заявкаһын кире алған. Шулай итеп, «Ағиҙел» менән бергә кубок өсөн Ҡытай милли йыйылма командаһы, Рәсәйҙең үҫмерҙәр командаһы, шулай уҡ Түбәнге Новгородтың СКИФы һәм «КРС ВАНКЕ РЭЙЗ» көрәшә. Кубок яулаусы һәр команда бер-береһе менән уйнап сыҡҡас билдәләнә.

Фото №1 - «Ағиҙел» хоккей клубының өс уйынсыһы Рәсәй йыйылма командаһына эләкте

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ