Был турала Рәсәй Президенты эргәһендәге эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. Улар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдары тураһында фекер алышты.
Радий Хәбиров былтырғы күрһәткестәргә туҡталып, Башҡортостандың йүнселдәргә административ кәртәләр түбән булған 10 төбәк исемлегенә инеүен хәтерләтте. Бер йыл эсендә рейтингта республика 11 баҫҡыстан 9-ға күтәрелде.
Башҡортостанда инвестиция, эшҡыуарлыҡ сәғәттәре уҙғарыла, эшлекле йәмәғәтселек менән даими осрашыуҙар үтә. Пандемия осоронда төбәк иҡтисадын нығытыу маҡсатында йүнселдәргә ярҙам буйынса өс саралар пакеты раҫланды. Федераль кимәлдә күҙәтеү органдарының планлы тикшереүҙәренә мороторий иғлан итеү ҙә йүнселдәргә булышлыҡ итте.
Рафиҡ Әхмәтшин




